Alipay

Alipay
Тармаҡ финансовые услуги[d]
Нигеҙләү датаһы 2004
Рәсем
Рәсми атамаһы 支付宝 һәм Alipay
Нигеҙләүсе Джек Ма[d]
Хужаһы Ant Financial[d]
Таратыусы Huawei AppGallery[d], Google Play[d] һәм App Store[d]
Платформа Android[d] һәм iOS[d]
Индереү ысулы сенсорлы экран[d]
Таратыу форматы цифровое скачивание[d]
Рәсми сайт alipay.com
Социаль селтәрҙә күҙәтеүселәр 503 264
 Alipay Викимилектә

Alipay (ҡыт. 支付宝) — Alibaba Group компанияһы составындағы эре түләү системаларының береһе. 2004 йылда нигеҙләнгән. Төркөм эсендә Alibaba Group тәҡдим иткән продукттар өсөн хисаплашыу тормошҡа ашырыла, уны шулай уҡ 460 меңдән ашыу башҡа компания ла файҙалана[1]. Компанияла заказ хаҡын тура кеҫә телефонынан түләү системаһы эшләнә, шулай уҡ Ҡытайҙың эре кәрәҙле элемтә операторҙарының береһе булған China Unicom менән хеҙмәттәшлек тураһында договор төҙөлә[2][3].

2009 йылдың 6 июленә ҡарата теркәлгән ҡулланыусылар һаны — 200 миллиондан, көндәлек әйләнеш 700 миллион юандән ашып китә[4].

2010 йылдың декабренә ҡарата Alipay түләү системаһында 550 миллион ҡулланыусы теркәлгән, тәүлек һайын 8,5 миллион самаһы транзакция үткәрелә, аҡса эквивалентында ул 385 миллион доллар тәшкил итә. 2011 йыл йомғаҡтары буйынса, электрон түләүҙәр юҫығында Alipay түләү системаһының өлөшө 50 проценттан аша, был яҡынса 46 миллиард долларға тиң.

Alipay 65 финанс ойошмаһы менән хеҙмәттәшлек итә, улар араһында — Visa һәм MasterCard түләү системалары, China Post почта сервисы, China Unicom кәрәҙле элемтә операторы, донъяның һәм төбәктең эре банктары.

Alipay түләү системаһы 2017 йылдың 1 ғинуарынан AliExpress[5] клиенттарын хеҙмәтләндереүҙе туҡтата. 30 АҠШ долларына тиклемге суммалар купонға күсерелә, уларҙы 1 йыл эсендә тотонорға мөмкин була. 30 АҠШ долларынан ашып киткән суммаларҙы эйәһенең банк счетына ҡайтарырға тәҡдим ителә. Бындай ҡайтарыуҙарҙың һәр береһенән минималь комиссия йыйымы кәм тигәндә 15 АҠШ доллары тәшкил итә.

  1. - 关于支付宝
  2. 支付宝将在成都网货会展示移动支付技术(недоступная ссылка)
  3. 支付宝牵手中国联通加速"生活化" 2009 йыл 19 декабрь архивланған.
  4. 邵晓锋押宝移动支付-商业频道-金融界(недоступная ссылка)
  5. Платежная система Alipay Закрывается

Developed by StudentB