HyperText Markup Language (HTML) — веб-биттәр яһай торған, билдәләр һалыу теле. Веб-биттәрҙе күбеһенсә веб-браузер ярҙамында ҡарап була, мәҫәлән, Internet Explorer. HTML ярҙамында веб-биттә ошондай эштәр башҡарып була: текст яҙыу, һылтанмалар яһау, һүрәттәр ҡуйыу, видео һәм аудио файлдарҙы индереү һәм башҡалар.
HTML ярҙамында ошо әйтеп кителгән операцияларҙы махсус тегтар менән билдәләйҙәр. HTML ярҙамында веб-биткә тағы ла мета-мәғлүмәттәр өҫтәп була. Улар веб-бит тураһында мәғлүмәт һаҡлай; мәҫәлән, веб-битте яһаған автор тураһында. Мета-мәғлүмәт веб-браузер ярҙамында күрһәтелмәй.
HTML кодҡа Cascading Style Sheets (CSS) һәм JavaScript индерелә ала. CSS веб-биттең браузерҙа күрһәтелеүен тасуирлай; мәҫәлән, фон төҫөн, шрифт төрө һ.б., JavaScript веб-биткә яңы фунциялар өҫтәй, һәм веб-битте интерактивлыҡ менән тәьмин итә.
World Wide Wed Consortium (W3C) — Бөтә Донья Интернет Селтәре Консорциумы — HTMLды стандартлаштыра һәм яңы төрҙәрен ғәмәлгә керетә. HTMLдың бер-нисә версиялары бар. Әлеге ваҡытта HTML 4.01 стандарлаштырылған, һәм бөтә кешеләргә ошо версияны ҡулланыу тәҡдим ителә. Яңы версияһы, HTML 5, бер-нисә йылдан стандартлаштырыласаҡ. W3C бынан тыш XHTML стандартын үҫтерә. Ул HTMLға оҡшаған, тағы бер билдә һалыу теле, әммә уны яҙыу тәртибе ҡатыраҡ.[1]